«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Ант" төркөмөнөң юбилейына рәхим итегеҙ!



23.10.2012 "Ант" төркөмөнөң юбилейына рәхим итегеҙ!

"Ант" төркөмөнөң юбилейына рәхим итегеҙ!
Үткән быуаттың 90-сы йылдары башында, яңы һулыш, яңы ынтылыштар менән йәшәгән бер мәлдә, башҡорт эстрадаһы ла үҙ тауышын белдерә башланы. «Аманат» (һуңынан «Ант»ҡа әйләнде) «Каруанһарай» төркөмдәре барлыҡҡа килеп, моңға сарсаған күңелдәргә бер шифа ине улар. Шул осорҙа был төркөмдәрҙең һәр сығышында залдар тулы булды, егеттәр супер популяр ине. Шөкөр, бөгөн дә уларҙы халыҡ яратып ҡабул итә.
«Ант» төркөмө бөгөн үҙенең 20 йәшлек юбилейын билдәләй. ҡорбан ғәйете осоронда, йәғни 26 октябрҙә, киске сәғәт етелә Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында билдәле һәм яратҡан башҡорт төркөмөбөҙ юбилей кисәһенә саҡыра. Унда атаҡлы композитор Рим Хәсәнов, Урал Рәшитов, «Далан» төркөмө, Сабина Кучаева, Дияна Ишниязова, Нәжип Юлдашбаев һәм башҡа артистар ҡатнаша.
Йәшлеккә бер барып ҡайтайыҡ әле!
И. ИШМӨХӘМӘТОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға