«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Португалия Чехияны өйөнә ҡайтарҙы



22.06.2012 Португалия Чехияны өйөнә ҡайтарҙы

Португалия Чехияны өйөнә ҡайтарҙы
Футбол буйынса Европа беренселегенең тәүге сирефиналы булып уҙҙы. Рәсәй йыйылма командаһының төркөмөндә беренсе урын алған Чехия футболсылары Португалия менән осрашты. Чехия уйынсылары башта дәғүәсеһенең ҡапҡаһына юл эҙләп маташһа ла әллә ни тырышлығын тормошҡа ашыра алманы. Ә бына Португалия командаһы эҙмә-эҙлекле һөжүмдәр ойоштороп, Роналду ике тапҡыр ҡапҡаларының ныҡлығын тикшереп ҡараны. Тырыша торғас, тәҡим шул уҡ Роналду, Чехтың ҡапҡаһына юл тапты. Ошо иҫәп дөйөм еңеүгә килтереп, Португалия футболсылары беренселәрҙән ярымфиналға ғына сығып ҡалманы, ә кәмендә бронза миҙалға эйә булдылар. Бөгөн Греция менән Германия футболсылары осрашасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға