«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәҙәниәт һәм сәнғәт » Башҡорт боксеры Денис Шафиҡов Италия чемпионына ҡаршы көрәшә



30.05.2012 Башҡорт боксеры Денис Шафиҡов Италия чемпионына ҡаршы көрәшә

Башҡорт боксеры Денис Шафиҡов Италия чемпионына ҡаршы көрәшә31 май көнө билдәле Европа чемпионы Миәс ҡалаһында тыуған Денис Шафиҡов Италияның Куба милләтле Брунет Замора исемле чемпионына ҡаршы икенсе тапҡыр алышҡа сыға. Әйтергә кәрәк, тәүге алышта бер-береһен еңә алмаған инеләр, иртәнән һуңға "Уфа-Арена" бинаһында кем көслөрәк икәне билдәле буласаҡ инде.
Бөгөн Үҙәк баҙарҙа Денис Шафиков үҙенең фанаттары өсөн "Асыҡ тренировка" үткәрҙе. Уны фонтан янындағы аренала халыҡ шаулап-гөрләп ҡаршы алды. Тренировка бөткәс һорауҙар яуҙырҙылар, автограф һорап, фотоға төшөрөп бер булдылар. Интервью алыусылар араһында "Йәшлек" гәзите хеҙмәткәрҙәре лә булды. Иртәгә Уфа-Арена ла үлсәнгән саҡта Денис "Йәшлек" гәзитенең футболкаһын кейеп сығасаҡ.
Башҡорт боксеры Денис Шафиҡов Италия чемпионына ҡаршы көрәшә Денистың әйтеүенсә, ул башҡорт егете, тик башҡорт телен бик белеп етмәй. Ғаиләһе бар. Тыумышы буйынса Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһынан. Ә йәшәгән урыны Санкт-Петербургтан ял итергә ул Арғаяш районының Байғазы исемле ауылындағы туғандарына ҡайтып ял итергә ярата.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға