«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ярҙам ҡулы һуҙайыҡ



27.04.2012 Ярҙам ҡулы һуҙайыҡ

„Йәшлек”тә баҫылып сыҡҡан „Йәшел үләнгә үҙ аяғым менән баҫасаҡмын...” тигән мәҡәләлә көрәш ваҡытында имгәнгән Илгиз Ғафаров хаҡындағы мәҡәләне уҡып, күптәр тетрәнгәндер. Шөкөр, изге йөрәкле әҙәмдәр юҡ түгел донъяла. Илгизгә ярҙам ҡулы һуҙырға теләп шылтыратыу­сылар булды. Эйе, егет реабилитация курстарына мохтаж. Ғафаровтар май айында тағы ла Мәскәүгә барырға йыйына, дауаланыу өсөн ата-әсә әлегә кредит юллай. Күмәкләшеп егеттең яҙмышын ыңғайға хәл итәйек, ҡулыбыҙҙан килгәнсә матди ярҙам күрһәтәйек, дуҫтар. Битараф ҡалһаҡ, иртәгә үҙебеҙ ошо хәлгә осрамаҫбыҙмы?! Илгизгә аяҡҡа баҫыуҙа ярҙам күрһәтергә теләүселәр иғтибарына банк реквизиттарын бирәбеҙ.
Гафаров Ильгиз Айратович
Лицевой счет клиента
№ 42301810500230010871
Банк филиал ОАО “Уралсиб” в г. Уфа
БИК 048073770,
ИНН 0274062111,
КПП 027802001
Корсчет 30101810600000000770
Р/ cч 42301810100990000000







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға