«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Энергия һаҡлаусы лампаларҙы сүплеккә ташламағыҙ



22.04.2012 Энергия һаҡлаусы лампаларҙы сүплеккә ташламағыҙ

Башҡорт дәүләт университетының SIFE (Студенттар ирекле эшҡыуарлыҡта) командаһы был эшкә етди тотондо. Бер төркөм студенттар баш ҡаланын төрлө райондарында лампаларҙың зарары тураһында һәм уларҙы тапшырыу пункты адресы яҙылған листовкалар таратты, лампаларҙы ҡабул итте. Команда ағзалары ҡалала энергия һаҡлаусы лампаларҙы һала торған сүп-сар һауыттары ҡуйҙырыу буйынса ла эш алып бара. Әйткәндәй, һәр аҙна шәмбе көндәре Өфө ҡалаһы, 8 март урамы, 12/1 адресы буйынса лампалар, градусник, термометрҙар ҡабул ителә. Энергия һаҡларга тырышҡанда, тәбиғәтте һәм һаулығығыҙҙы ла хәстәрләргә онотмағыҙ!

Наталья Картуха, БДУ студенты,
«ЭКО Лампа» проекты етәксеһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға