«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Стоматологик аппарат ҡайҙа осҡан?



30.09.2010 Стоматологик аппарат ҡайҙа осҡан?

Республикабыҙҙың элекке Президенты М.Рәхимов Әбйәлил районының Байым участка дауаханаһына бүләк иткән стоматологик аппарат, имеш, дауаханаға барып етмәйенсә юҡка сыҡҡан. Әлеге көндә был дауаханаға ҡараған ун ауыл халҡы теш һыҙлауҙан интегә икән. Дауаханаға ярҙам һорап баралар, тик теш дауалаусы аппараты ла, врачы ла, рвачы ла (йәғни теш һурыусылары) урынында булмай. Бисаралар. Шәхси стоматологик поликлиника асып ебәрһәләр, дәүләт медицина хеҙмәтенә инәлеп йөрөмәҫтәр ине, исмаһам.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға