«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Торатауҙы һатҡандар



23.09.2010 Торатауҙы һатҡандар


Кешенең күңелен ҡырыуға күп кәрәкме ни? Бөгөн, элекке Премьер-министрыбыҙ Торатауҙы Мәскәүгә күптән һатып киткән икән, хәҙер беҙ бер нәмә лә эшләй алмаясаҡбыҙ, тигәндәрен ишеткәс, шул тиклем күңел ҡырылды. Ниңә аҡса өсөн үҙҙәренең тыуған илен һаталар икән? Ул кешенең ата-бабалары, үҙе лә, балалары ла ошо ерҙә тыуып үҫкән, туғандары ла шул ерҙә йәшәй, тимәк, барыһына ла төкөрҙө булып сығамы ни? Бер ҙә ышанғы килмәй. Юҡтыр, уйҙырмалыр ул.
Ысын булған хәлдә? Ул сағында бар кешелеккә ышаныс юғала. Нәфсеңде тыя алмай, бөтә нәмәне лә аҡсаға амаштырһалар, балаларының, ейәндәренең тамырҙарына балта сабып, уларҙың киләсәген ҡоротоуҙарын аңламайҙармы икән ни? Ғөмүмән, юғары креслолар биләгәндәр үҙҙәренең башына ләғнәт яуғанын тоймаймы икән һуң? Ябай кешеләр ҙә һуҡыр, һаңғырау, өҫтәүенә аңғыра түгел. ә бына бер кресло ла әлегә тиклем мәңгелеккә булғаны юҡ әле...
ҡайтыр ишегеңде ҡаты япма, йәки: үҙең һыуэскән ҡоҙоғоңа төкөрмә, тиҙәр түгелме?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға