«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гугл фирмаһы студенттарға 150 мең һум грант тәҡдим итә!



08.02.2012 Гугл фирмаһы студенттарға 150 мең һум грант тәҡдим итә!

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Google'дың “Код йәйе” программаһы (Google Summer of Code) миллион код юлын булдырыр өсөн үҙ эсенә яҡынса 5 500 студентты 300 ҙән артыҡ асыҡ кодлы проект менән йыйған. Беҙ әле 2012-се йылда тағы иң яҡшы “Код йәйе”н үткәреүҙә ҡатнашырға теләгән етәкселәрҙе һәм студенттарҙы эҙләйбеҙ!
Google'дың “Код йәйе” программаһы асыҡ кодлы программалар эшкәртеүҙә студенттарҙың ҡатнашыуын рухландырыу ниәте менән уйланылған. 2005-се йылдан башланып киткән программаның бер нисә маҡсаты бар:
• йәштәрҙең асыҡ кодлы программалар эшкәртеүҙә ҡатнаша башлауын дәртләндерергә;
• компьютер фәндәре һәм сиктәш өлкәләрендәге студенттарға йәй ваҡытында уларҙың дәрестәре менән бәйле эшләү мөмкинселеген тәьмин итергә;
• студенттарға ысын сценарийҙарҙы эшләү өсөн өҫтәмә юл бирергә (мәҫ. таратылған эшкәртеүҙәр, программаларҙы лицензиялау мәсьәләләре, таратыу исемлектәр (mailing-list) тәртибе һ.б.);
• бөтә кешеләр файҙаһына булдырылған һәм сығарылған асыҡ кодтарҙы күберәк алырға;
• асыҡ кодлы проекттарға танылыуҙа һәм яңы эшкәртеүселәр менән булышыусыларҙы йәлеп итеүҙә ярҙам итергә.
Уңышлы студенттарға өс ай дауамында үҙҙәренең кодлау проекттарына төп иғтибар йүнәлдерергә мөмкинселек биреп беҙ 5 000 $ стипендия тәҡдим итәсәкбеҙ. Был программа тулыһынса Интернет аша алып барыласаҡ. Уҙған йылдарда донъяның 100 ҙән артыҡ иленән студенттар һәм етәкселәр ҡатнашҡандар ине.
Google асыҡ кодлы проекттардан ғаризаларҙы 2012 йылдың 27 февраленән алып 9 мартына тиклем ҡабул ителәсәк. Студенттарҙың ғаризалары 2012 йылдың 26 мартынан алып 6 апреленә тиклем ҡабул ителәсәк.
ҡатнашыу талаптары тураһында тулы мәғлүмәт, шул иҫәптә нисек ғариза бирергә һәм бөтә мөһим хәбәрҙәр, түбәндәге адрес буйынса табып була (инглизсә): http://www.google-melange.com







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға