«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 30 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында “Рух” төркөмө концерты



29.11.2011 30 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында “Рух” төркөмө концерты

30 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында “Рух” төркөмө концертыБыйыл уларҙың барлыҡҡа килеүенә, “төҙөлөүенә” 20 йыл тула. Улар башҡорт рок-хәрәкәтенең башында тороусылар. Улар – “Рух” төркөмө.
90-сы йылдар башында, милли үҙаң күтәрелгән мәлдә республикабыҙҙа башҡорт рок хәрәкәте лә ҙур үҫеш ала. Илдә сәйәси кризис хаким иткәндә тап рок-төркөмдәребеҙ үҙҙәренең ижады тирәләй башҡорт йәштәрен туплай, рухтарын нығытыусы көс була.
“Рух” төркөмө 1991 йылда Хәйбулла районының үҙәге – Аҡъярҙа барлыҡҡа килә. Төп составы оҙаҡ йылдар үҙгәрмәй – баш башҡарыусы һәм текстарҙың авторы Ғәзинур Салауат улы Биктимеров (мәрхүм), көйҙәрҙең авторы һәм соло-гитарасы Ирек Атанов, бас-гитарасы Зөфәр Байғусҡаров, йырсы, музыкант, йырҙарҙың авторы Юлай Асҡаров, бейеүсе Нуретдин Иҫәнбаев һәм барабансы Зиннур ҡуңысбаев.
Иртәгә, 30 ноябрҙә, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Рух” төркөмө баш ҡала тамашасыларын үҙенең концерты менән ҡыуандырасаҡ. Рәхим итегеҙ!
Концерт 19:00 сәғәттә башлана.
Билеттар буйынса 8-927-3487298, 8-917-7304568 телефондарына мөрәжәғәт итергә була







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға