«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Мәңгелек ут»ты ла шартлаталар...



17.09.2010 «Мәңгелек ут»ты ла шартлаталар...

ҡабарҙы-Балҡар республикаһының баш ҡалаһында билдәһеҙ әҙәмдәр «Мәңгелек ут» мемориалын шартлатҡан. Яһалма шартлау ҡоралы төнгө сәғәт 1-се яртыла үҙ эшен эшләй. Шаһиттар һөйләүенсә, мемориалдың йондоҙо бер нисә метрға ситкә осҡан, гранит плитәләр, бик зарарланмаһа ла, урынынан шылған. Әйткәндәй, ҡабарҙы-Балҡарҙа бындай хәл тәүгә түгел икән. Аптырарһың, кеше шул тиклем ҡоторҙо, бер ниндәй ҡиммәттәр ҡалманы кеүек.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға