«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йондоҙло футбол: Журналистар менән артистар ярышты



17.09.2010 Йондоҙло футбол: Журналистар менән артистар ярышты

Өфөнөң «Динамо» стадионында ойошторолған футбол ярышын ҡарау өсөн кеше шул тиклем күп йыйылғайны, хатта йүнлерәк урын эҙләп хәл бөттө. Һуң күрге килә бит - артистар ҡапҡаларын һаҡлай беләме икән дә, журналистар «формала»мы икән? Белеүебеҙсә, «Динамо» биш мең тамашасыны һыйҙыра, ә тамаша ҡылыусылар бөтә урындарҙы ла алып тиерлек шығырым тулып ултырҙы. «Кешеләр спортты шул тиклем яратамы, әллә шоу күрергә килгәндәрме икән?», - тигән уйҙар менән беҙ ҙә «үҙебеҙҙекеләр» өсөн янып-көйөргә була, саҡ һәйбәт урын табып барып ултырҙыҡ.
Бөтәбеҙгә лә таныш яратҡан йырсыларыбыҙ - Фидан Ғафаров, Сәғиҙулла Байегет, Айҙар Ғәлимов, хоккей коментаторы Азамат Моратов, «Йәшлек» журналисы Мөнир ҡунафин, телетапшырыу алып барыусы Рөстәм Зарафетдинов һәм башҡа таланттар ҡатнашҡан «Йондоҙло футбол» ярышының нисек үткәнен белергә теләһәгеҙ беҙҙең гәзиттең киләһе һандарын уҡығыҙ.
«Бөркөттәр» менән «Йондоҙҙар» нисек ярыша, кемдәр шәберәк йүгерә икән?
Лилиә СИРАЕВА.

Йондоҙло футбол: Журналистар менән артистар ярышты Йондоҙло футбол: Журналистар менән артистар ярыштыЙондоҙло футбол: Журналистар менән артистар ярышты

Фотоларға һылтанма:
http://www.yeshlek-gazeta.ru/gallery/meropriatia/









Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға