«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кем теләмәй, шул уҡымаймы?



05.08.2011 Кем теләмәй, шул уҡымаймы?

Икенсе дәүләт теле булараҡ мәктәптәрҙә башҡорт теле өйрәнеү тирәләй бәхәстәр дауам итә. Күп уҡытыусыларҙың дәрестәре кәмеүе, ҡайһы берҙәренең эштән бөтөнләй ҡыҫҡартылыуы бар. Шул уҡ ваҡытта башҡорт теле уҡытыусылары бер ҙә саң ҡаҡмай, битарафлыҡ күрһәтә. Быйыл беренсе сентябрҙән рус телле мәктәптәрҙәге башҡорт балалары ла үҙ телен өйрәнеүҙән яҙырмы?
Башҡорт милли мәғарифына булышлыҡ итеүсе «Аҡтамыр» башҡорт йәмәғәт ойошмаһы, «Рух» йәмәғәт ойошмалары берлеге вәкилдәре «Не дадим нарушать закон РБ об обязательном изучении башкирского!», «Год укрепления межнационального согласия требует учесть голос башкирской общественности» һ.б. плакаттар менән пикетҡа сыҡты. Үкенескә күрә, сара урыны үҙгәртелеү сәбәпле килеүселәр ҙә әҙ булды. Шулай ҙа етәкселек был тауышты ишетер, проблемаға иғтибар итер тигән өмөттә таралдылар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға