«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Бал байрамы»на рәхим итегеҙ!



09.07.2011 «Бал байрамы»на рәхим итегеҙ!

23 июлдә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыу­лыҡты нығытыу йылына арналған республика «Бал байрамы» үтәсәк.
Сараны Башҡортостан Респуб­ликаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойоштора. Байрамдың төп маҡсаты – ауыл халҡын һәм саҡырылған ҡунаҡтарҙы балдың төрлө төрҙәре, тәмдәре, дауалау мөмкинлектәре менән таныштырыу. Шулай уҡ байрамда төрлө тамашалар, бал һатыу һәм ҡортсолоҡ күргәҙмәләре ойошторола. «Иң күп бал һатыусы», «Иң йәш умартасы» һ. б. номинациялар буйынса еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.
Республика «Бал байрамы» Сәйетбаба ауылының Партизан урамында, Өйә йылғаһы буйында көндөҙгө сәғәт берҙә башлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға