«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы сайт асылды



08.09.2010 Яңы сайт асылды

Көҙөн хеҙмәт баҙарында хәл-торош үтә «ҡыҙып» китә. Беренсенән, оҙайлы ял ваҡыттары бөтә, икенсенән, һөнәри уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәр эш эҙләй. Ихтыяж тәҡдим тыуҙыра, тигәндәй, эшһеҙлеккә ҡаршы көрәш маҡсатында өр-яңы сайт та барлыҡҡа килде. Ул «Өфө йәштәренә эш» - www.hezmet.ru. Сайт 16 йәштән 35 йәшкә тиклемгеләргә тәғәйенләнгән. Көн һайын эш биреүселәр, кадр агентлыҡтары яңы вакансиялар урынлаштыра. Бынан тыш аралашыу өсөн форум да бар. Махсус бүлектә мәшғүллек өлкәһендәге акциялар тураһында мәғлүмәт бирелә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға