«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өлгөрөп ҡалығыҙ, дуҫтар!



07.06.2011 Өлгөрөп ҡалығыҙ, дуҫтар!

Юҡ, дуҫтар, һеҙҙе ниндәйҙер ҡиммәтле әйбер артынан сиратҡа йүгерергә саҡырмайбыҙ, «тауарыбыҙ» рухи яҡтан ҡиммәткә эйә – «Йәшлек»кә яҙылырға онотмағыҙ, тиеүебеҙ. Әйткәнебеҙсә, хаҡтарҙы һеҙҙең ҡарамаҡҡа көйләгәнбеҙ: беренсе ярты йыллыҡта 80148 индекслы (шишәмбе һәм шәмбе һандары) гәзитебеҙгә яҙылыу 371 һум да 22 тин тора ине, икенсеһендә ул 351 һум 72 тингә тиклем кәмене. Шәмбе һанын ғына алдырырға теләүселәр 16144 индекслы «Йәшлек»кә лә арзанғараҡ яҙыла ала. ҡышын хаҡ 302 һум да 16 тин булһа, әле 294 һум 18 тинегеҙ ҙә етә.
Өлгөрөп ҡалығыҙ, тип юҡҡа ғына әйтмәнек, подписка 20 июнгә тиклем бара. Мәшәҡәттәр арҡаһында һуңлап ҡуймағыҙ.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға