«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уҡыусылар өсөн электрон портфель



30.05.2011 Уҡыусылар өсөн электрон портфель

Томск ҡалаһынан Superb Computer Devices Co., Ltd компанияһы уҡыусылар өсөн инновацион портфель уйлап тапҡан - ул «электрон ҡағыҙ» нигеҙендәге йоҡа ғына терминал-дисплейҙан ғибәрәт. Портфель хәтерендә уҡыусыға кәрәк булған бөтә дәреслектәр, дәфтәрҙәр һәм көндәлектәр һаҡлана ала.
Компания директоры Константин Шелевойҙың һүҙҙәренсә, уҡыусы өсөн уйлап сығарылған был эргономик компьютерлаштырылған эш урыны беренсе класс уҡыусылары өсөн дә, сығарылыусы класс балалары өсөн дә бик уңайлы. Терминалдың ҡалынлығы - 4 мм, ауырлығы - 250 грамм. Уның функцияларын ҡул ярҙамында ла башҡарып булғанлыҡтан, уны дәфтәр итеп тә ҡулланып була. Электрон лазер ручка «мышканы» ла, клавиатураны ла алыштыра.
Портфель уҡыусыларҙың сәләмәтлегенә хәүеф менән янамай һәм арзан. Ул Томскиҙа INNOVUS форумы сиктәрендә үткән ИНО Томск-2020 күргәҙпәһендә күрһәтелде.
.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға