«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Сәләм" яңынан элекке форматына ҡайтасаҡ



26.05.2011 "Сәләм" яңынан элекке форматына ҡайтасаҡ

1 июндән "Сәләм" тапшырыуы яңы форматта сыға башлаясаҡ. Хәйер бик үк яңы түгел инде. Ике тапҡыр эксперимент эшләп ҡарағандан һуң, улары уңышһыҙлыҡ менән тамамланғас, яңынан элекке форматына ҡайтырға булды иртәнге тапшырыуыбыҙ. һауа торошо, файҙалы кәңәштәр, ҡунаҡ менән әңгәмә, район-ҡалаларҙан сюжеттар, райондарға шылтыратыуҙар "Сәләм"де йәнләндереп ебәрәсәк, тигән фекерҙә баш мөхәррир урынбаҫары Наил Юнысов. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уңыштар ғына теләп ҡалабыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға