«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Махсус күнекмәләрҙә - фажиғә



25.05.2011 Махсус күнекмәләрҙә - фажиғә

ҡырмыҫҡалы районының Бекетово ауылы эргәһендәге Эске эштәр министрлығының 6795 хәрби часть полигонында уҙғарылған тактик-махсус күнекмәләрҙә ғәҙәттән тыш хәл булған. Пермь крайы буйынса Эске эштәр министрлығы ОМОНының инженер-саперы утлы-тауышлы "Факел-С" гранатаһын ырғытҡанда ул һаҡта торған Өфө ҡалаһы эске эштәр идаралығының полиция өлкән лейтенанты 25 йәшлек Эмиль Исмәғилевтың бронежилеты араһына барып төшә һәм шартлай. Һөҙөмтәлә, егет ауыр йәрәхәттәр алып, дауаханаға оҙатыла. Әле ул ауыр хәлдә госпиталдең реанимация бүлегендә ята.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, гранта төҙөк булмаған. Әле фажиғә буйынса тикшереүҙәр бара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға