«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡыҙҙар, һеҙ эҙләгән миллиардер менән миллионерҙар һеҙҙең йәнәшәлә генә йәшәй икән дәбаһа



24.05.2011 Ҡыҙҙар, һеҙ эҙләгән миллиардер менән миллионерҙар һеҙҙең йәнәшәлә генә йәшәй икән дәбаһа


Декларация кампанияһы үткәрмәгән булһалар, Башҡортостанда миллиардерҙар йәшәгәнен ҡайҙан белер инек икән?
Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығы эшенең яҡынса һөҙөмтәләре бына нимә күрһәтә: өс һалым түләүсе үҙенең килеменең 1 миллард һумдан да ашып китеүен күрһәткән - бюджетҡа улар 45 миллон һумдан ашыуыраҡ һалым түләйәсәк. Ә 2010 йыл йомғаҡтары буйынса 6500 кешенең килеме 1 миллион һумдан ашыуыраҡ. Өҫтәүенә, уларҙың күпселеге - 6200 һалым түләүсе - бер йыл эсендә 1 миллион һумдан 10 миллион һумға тиклем байыҡҡан. 307 кешенең йыллыҡ килеме 10 миллион һумдан 100 миллионға, 32 кешенең 100 миллиондан 500 миллион һумға тиклем барып еткән. Тағы ла биш кеше миллиардерҙар рәтенә яҡынлашҡан.
Беҙҙә миллиардерҙар менән миллионерҙар тағы ла күберәк булған булыр ине - финанс көрсөгө ҡамасаулаған. 2007 йыл йомғаҡтары буйынса тәүгеләре 12 кеше тәшкил иткән булһа, миллионерҙары 12 меңгә барып еткән булған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға