«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балалар дауаханаһында - байрам!



23.05.2011 Балалар дауаханаһында - байрам!

Өфө ҡалаһының 17-се балалар дауаханаһының пациенттарын яҡшы бүләк көтә. 27 майҙа ВТБ банкы дауалау учреждениеһында ҙур байрам үткәрәсәк. Балаларҙы киң танылған «Тыныс йоҡо, кескәйҙәр» телетапшырыуы геройҙары, «Камаз-мастер» командаһы автоҡыуыусылары, «Париж-Дакар» ралли даими ҡатнашыусылары менән осрашасаҡ, бик күп мауыҡтырғыс ваҡиғаларға шаһит буласаҡ.
Өфөләге ВТБ филиалының Йәмәғәтселек һәм рекламалар менән бәйләнеш буйынса идара итеүсеһе ярҙамсыһы Ирина Моторина һүҙҙәренсә, был сара ВТБ банкының «Күҙ йәшһеҙ донъя» бөтә Рәсәй шәфҡәтлелек программаһы нигеҙендә ойошторола. Программа Рәсәй балалар дауалау учреждениеларына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Йыл һайын 1 миллион һум күләмендәге адреслы ярҙам бөтә донъя буйынса ундан ашыу балалар дауаханаһына күрһәтелә икән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға