«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡыҙыҡ та инде кеше тигәнең



18.05.2011 Ҡыҙыҡ та инде кеше тигәнең


Израилдең Од ха-Шарон ҡалаһында йәшәүсе ир менән ҡатын яңы тыуған ҡыҙҙарына Facebook социаль селтәре кнопкаһы «Like» (Нравится) хөрмәтенә Лайк тип исем ҡушҡан. Сабыйҙың атаһы Адлерҙың һүҙҙәренсә, Facebook биттәренә ҡыҙының фотоһүрәттәрен ҡуйғас, социаль селтәр буйынса уға йөҙгә яҡын дуҫтары һәм таныштарынан ҡырҡтан артыҡ «лайк» килгән һәм был һан уның өсөн яҡшы һөҙөмтә булып күренгән. Шуға күрә лә улар ҡатыны менән был исемде һайлағанына үкенмәй, Лайк исеме бик заманса яңғырай. Баҡһаң, был кешеләр тәүге ике балаһына ла үҙенсәлекле исем ҡушҡан: бер балаһының исеме - Пай (инглизсә «pie» «бәлеш» тигәнде аңлата ), икенсеһенең - Дваш (йәһүдсә ул «бал» тигәнде аңлата). Йәнәһе, был исемдәр уларҙың ғаиләһенең кулинария менән мауығыуын сағылдыра.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға