«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 910 тапҡыр һүндерелгән



18.05.2011 910 тапҡыр һүндерелгән

2010 - 2011 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы йорттарҙа 910 тапҡыр йылылыҡ һүндерелгән. Һалҡын осорҙа йорттарҙы йылытыуҙы ваҡытлыса һүндереп тороу һәр ваҡыт авария менән бәйле. Шулай ҙа баш йорттар йылылыҡтан мәхрүм ҡалған осраҡта был проблеманы тиҙ генә бөтөрөү өсөн ҡорамалдар һәм белгестәр етерлек.
Быйыл ҡышын ғинуар һыуығында Өфөнөң Орджоникидзе районында 72 йорт, 5 балалар баҡсаһы, 5 мәктәп йылытыуҙан туҡтатылды. Аварияны эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн тулы көн талап ителгәнлектән, кешеләр сатлама һыуыҡта йәшәп торорға мәжбүр булды. Быйыл иң һалҡын ай булып февраль билдәләнде.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға