«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәскәләргә күмеләбеҙ



17.05.2011 Сәскәләргә күмеләбеҙ

17 майҙан алып Өфө урамдарында сәскәләр ултырта башланылар. Әле клумбаларға сәскә ултыртырға иртә һымаҡ тойолһа ла, синоптиктар май аҙағына тиклем һауа торошо яҡшы буласаҡ тип вәғәҙә иткәс, был эште хәҙерҙән үк башҡарырға булғандар.
Сәскәләрҙе иң тәү сиратта Октябрь, Салауат Юлаев проспекттарында, Беренсе Май урамында ултыртасаҡтар. Май аҙағына тиклем баш ҡалабыҙ гөл-сәскәләргә күмелеп, көҙгә тиклем беҙҙе ҡыуандырып торасаҡ.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға