«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Арғымаҡ» этно-музыка донъяһында елергә саҡыра



16.05.2011 «Арғымаҡ» этно-музыка донъяһында елергә саҡыра

19 май «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында «Арғымаҡ» этно-рок төркөмөнөң тәүге концерттары буласаҡ. Был төркөм үҙенсәлекле сығыштары менән айырылып тора. Башҡорт эстрадаһына этно-рок тигән яңы йүнәлеш менән килеп инде улар. «Арғымаҡ»тың музыканттары - халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаттары, «Урал моңо» төрөк йәштәренең музыкаль ижад халыҡ-ара конкурс-фестивале дипломанттары.
Йәш ҡыҙ һәм егеттәр һеҙҙе серле, үҙенсәлекле этно-рок музыкаһы менән таныштырасаҡ. Тамаша киске 19 сәғәттә башлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға