«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эшҡыуарлыҡ мәсьәләһе



16.05.2011 Эшҡыуарлыҡ мәсьәләһе

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - ҡоролтайҙа урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ тармағына ҡағылышлы закондарҙы тормошҡа ашырыу барышында килеп тыуған мәсьәләлр хаҡында һөйләшеү булды.
Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә административ ҡаршылыҡтарҙың күп булыуы хаҡында һәр ваҡыт билдәләнә. Әммә был юҫыҡта һиҙелерлек үҙгәрештәр бар тип әйтеп булмай. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡты кредитлауға ҡағылышлы проблемалар ҙа байтаҡ. Һәм, әлбиттә, урындағы үҙидаралыҡ органдары менән бизнестың эшмәкәрлеген камиллаштырыу кәрәклеге тураһында ла билдәләмәй булмай.
Башҡортостан урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡтың төп күрһәткестәре буйынса Рәсәй төбәктәре араһында иң шәп унау иҫәбенә инә. Ә инде Волга буйы федераль округында лидер булып тора. Бөгөн Башҡортостанда 450 мең кеше урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Был әллә ни күп тип әйтеп булмай. Беҙҙә эшҡыуарлыҡ объекттарын арттырырға кәрәклеге тураһында һүҙ бара.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға