«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Талпандар ҡурҡыта



13.05.2011 Талпандар ҡурҡыта

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, быйыл талпандарҙың һаны ике тапҡырға кәмегән. Тик шуныһы - улар араһында инфекциялы талпандар шул уҡ ике тапҡырға артып киткән.
Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда 2066 кешегә талпан ҡаҙалған. Талпан һөжүменә дусар булғандарҙың 676-һы балалар. Кешеләрҙә табылған талпандарҙың 56-һы инфекциялы. Шөкөр, уларҙың береһе лә кешене инфекциялап өлгөрмәгән.
Белгестәр, табиптар тәбиғәт ҡосағында йөрөгәндә талпандар хаҡында онотмаҫҡа, уларҙан һаҡланырға саҡыра.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға