«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер турист аҙашмаған булһа, бөтә туристар ҙа һәләк булған булыр ине



13.05.2011 Бер турист аҙашмаған булһа, бөтә туристар ҙа һәләк булған булыр ине


Силәбе өлкәһенең Катав-Ивановск районында ғәҙәттән тыш хәл булған. Игнатьевский мәмерйә районында экскурсияға килгән бер ир-егет юғала, һәм уның иптәштәре ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға мәжбүр була. ҡотҡарыусылар эт менән килә, һәм аҙашыусыны урманда табалар.
Эҙләү эше барғанда урманда янғын сыға - ут Башҡортостандан килгән туристар палаткаһы урынлашҡан мәмерйә яғына табан ынтыла. Бер кешене эҙләргә сыҡҡан ҡотҡарыусылар, шулай итеп, бөтөн туристар төркөмөн хәүефтән ҡотҡара.
Был ваҡиға нимәһе менән ғәжәйеп: туристарҙың береһе юғалып, ҡотҡарыусылар отрядын саҡырмаған булһалар, бөтә туристарҙың да һәләк булыуы ихтимал булған. Был осраҡлы хәлме?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға