«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дәрт булһа, дарман кәрәкмәй



13.05.2011 Дәрт булһа, дарман кәрәкмәй

йәки Саҙалы ауылы халҡы үҙ күңелен үҙе күреп йәшәй

Йәшәй беләләр ҙә инде был яҡта. Тәү башлап Ейәнсура еренә аяҡ баҫҡас, уның халҡын күреп хайран ҡалғайным. Шаштырып әйтмәйем, уларға ярау ниәттә лә түгел, ябай ғына, уларҙың башҡорттоң боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен, дини йолаларын, мәҙәниәтен әлегә тиклем һаҡлап ҡалып, йәшәү ҡанунына әйләндереүе шаҡ ҡатырғайны.
Күргәндәремде барларға йыйынмайым, тик бына яңыраҡ уҙған Еңеү көнөнә арнап ойошторолған волейбол ярышына туҡтағым килә. Уны былтыр ошо райондың Саҙалы ауылында ир ҡорона инеп, әлеге ваҡытта эшҡыуарлыҡта үҙ урынын тапҡан Нәжип Юлдашбаев ойоштороп ебәрә. Шул уҡ йылда бәләкәй генә 30-ға яҡын хужалыҡтан торған ауыл, дүрт (!) команда йыйып, күсмә кубокка бәйгелә ҡатнашты. Ошо матур спорт байрамын дауам итеп, улар быйыл да кубоктың икенсе еңеүсеһен асыҡларға йыйына. Бар халыҡ – олоһонан алып кесеһенә тиклем – йәмле Саҙалы йылғаһы буйындағы яланға ашыға. Ауылдан ситтә йәшәүселәре лә бында бихисап була. Хатта Ғафури районының Үзбәк ауылынан ҡунаҡҡа ҡайтҡан Хәлил Мәһийәновтың дә ғаиләһе лә һуңғы мәл генә ярыш хаҡында ишетеп, эшен ташлап, Саҙалы ауылының волейбол беренселегенә елдерә. Был юлы ла команда туплана. Иң өлкән ҡатнашыусы элекке уҡытыусы-пенсионер Салауат ағай Юлдашбаев быйыл үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй.
Спортсылар саң туҙҙырып, туҡ та туҡ килеп туп һуҡҡан осорҙа, ҡатын-ҡыҙҙар өйҙәренән кемуҙарҙан тәм-томдар бешереп, йылға буйында аш-һыу әҙерләне. Бәләкәстәр йәшенмәк уйнап күңел асһа, унан кесеректәре түшәмдә иларға онотманы...
Шулай итеп, бәләкәс кенә ҡорҙан Саҙалы ауылы халҡы ҙур спорт байрамын ойоштороп ебәрҙе.
Еңеүсе асыҡланғас, ә улар ауыл йәштәре, барыһы ла табынға йыйылды. Ихлас итеп һөйләшеп, көлөшөп урманда бешкән ашты һәм сәйҙе эсеп алғас, спорт байрамы йыр-моң бәйгеһенә әйләнеп китте. Башта өлкән ағайҙар оҙон көйлө башҡорт йырҙарын кемуҙарҙан һуҙһа, уларҙан ҡалышырға тырышмай, йәштәр ҙә талантын күрһәтергә онотманы. ҡыҫҡаһы волейбол ярышы, күңелле йыр-моң байрамына әүерелде. Киләсәккә ошо традицияны дауам итергә һүҙ биреп, ырыу вәкилдәре волейбол байрамын киңәйтә биреп, Саҙалы ауылының һабантуйына әйләндерергә булды. Маҡсаты – төрлө йәштәге ауылдаштарҙы спорт ярыштарында көс һынашыуға йәлеп итеү. Ойоштороу йәһәтенән дә маҡсаттар ҡуйылды. Һәр йыл һайын Еңеү көнөнә арналған байрамды үткәреү өсөн – төрлө йәштәге ауылдаштарҙы бер ырыу вәкиле яуаплы буласаҡ. Бына ошолай үҙ күңелен үҙе күреп, берҙәм йәшәй Ейәнсура районының Саҙалы ауылы халҡы.

Н. ТИМЕРОВ.

"Йәшлек" гәзитенең спорт күҙәтеүсеһе Нур ҡаҙырбаевтың сайты







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға