«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәҙрәфкә индермәгәндәре өсөн – үлем



12.05.2011 Бәҙрәфкә индермәгәндәре өсөн – үлем

Ике көн элек Мәскәү автозаправкаларының береһендә ике ирҙе үлтереп, тағы ла икәүһен яралап киткәйнеләр. Тикшереү фараздары буйынса, баҡһаң, сәбәп «заправщик»тарҙың үлтереүсене бәҙрәфкә индермәүҙәрендә, имеш.
Заправка персоналдары әйтеүенсә, 11 майға ҡарата төндә Кавказ йөҙлө бер әҙәм машинаһына бензин ҡойҙороп ала ла, бәҙрәфкә инергә рөхсәт һорай. Хеҙмәткәрҙәрҙән «юҡ» тигән яуапты ишетеү менән ир бысаҡ сығара. 21 һәм 30 йәшлек ике заправщикты үлтерә, тағы ла 31, 26 йәшлек егеттәр ҡаты йәрәхәт ала. Һуңғылары кассир ҡыҙ менән бергә ныҡ ишекле бер бүлмәгә йәшенеп өлгөрә. Енәйәтсене әле булһа тота алмайҙар. Йә, бәҙрәф тә булдымы инде кеше үлтереүгә сәбәп? Ул ир бик «тәртипле» булғандыр шул. Юғиһә, төн уртаһында бәҙрәф һорамаҫ ине, ә ҡыуаҡ төбөнә… Хәҙер Рәсәйҙә хәүефһеҙ урын ҡалманы, буғай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға