«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «1000 изге эш»



11.05.2011 «1000 изге эш»

Киләһе шәмбелә бөтә Рәсәй ҡлалары буйлап «Сочи олимпиадаһы»на арналған «1000 изге эш» тигән акция үтәсәк. Ни өсөн 1000-ме? сөнки олимпиада башланыуға шул тиклем көн ҡала.
Акцияға беҙҙең өфөләр ҙә ҡушыласаҡ. Уның төп маҡсаты - ҡаланың медицина үҙәктәрендә өлкән йәштәгеләргә медицина диагностикаһы үткәреү. Шулай уҡ 13-14 майҙа һәр теләгән кеше поликлиникаларҙа уролог, маммолог, кардиолог, стоматологҡа күренә ала. ҡан биреү акцияһына ҡушылып та изге эш башҡарырға мөмкин буласаҡ - күсмә ҡан биреү станцияһы БДМУ корпусы янында сәғәт 10-да эшләй башлаясаҡ. Ошонда уҡ флюорография үтеү мөмкинлеге асыласаҡ. Ә волонтерҙар балалар араһында асфальтҡа һүрәт төшөрөү эшен ойошторасаҡ.
Акцияны йомғаҡлап, медицина университеты эргәһендә һауаға 1000 шар осороласаҡ. Клево!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға