«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Спорт менән беҙҙә кем шөғөлләнә?



11.05.2011 Спорт менән беҙҙә кем шөғөлләнә?



БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала йәшәгән халыҡтың биштән бер өлөшө физкультура һәм спорт менән шөғөлләнә икән. Әмме контроль-ревизия комиссияһының тикшереүе һөҙөмтәһе быны раҫламай. Баҡһаң, министрлыҡ тарафынан күп кенә ҡайтанан профилләнгән, боҙоп ташланған, капитал ремонт талап иткән спорт ҡоролмалары, шул иҫәптән бик ҡиммәт хаҡҡа һатып алынған ҡорамалдар мониторингы бөтөнләй үткәрелмәй икән. Әлбиттә, атай малы мал түгел, юҡ итергә лә йәл түгел. Отчет бирһәң, шул еткән.
Министр Александр Никерин киләсәккә пландар тураһында һөйләп, 2015 йыла тиклем халыты кәмендә 35 процентын спортҡа ылыҡтырырға кәрәк, был һан уҡыусылар араһында 80 процент тәшкил итергә тейеш, ти. Бының өсөн республикала тағы ла күп функционале спорт комплекстары төҙөү планлаштырыла. Быйыл ғына шундай 20 комплекс төҙөләсәк. Быға ҡыуанырға ғына ла бит, тик… Ана шул «тик» бар шул. Түләүле комплекстарға кем йөрөй алыр икән? Аҡсаһыҙ ябай халыҡ тағы ла ситтә ҡаласаҡ инде. Иң тәүҙә шул түләү-түләмәү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк тә бит…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға