«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәпембәгә ҡаршы «һуғыш» иғлан ителде



11.05.2011 Бәпембәгә ҡаршы «һуғыш» иғлан ителде

Баш ҡалабыҙҙа ҡырағай шарттарҙа үҫкән бәпембәләрҙе юҡ итергә ниәтләнәләр. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаев коммуналь хужалыҡтарға шундай бойороҡ бирҙе. «Бәпембә сәскә түгел ул», - тине мэр. ҡала властары фекеренсә, унан бер ниндәй ҙә файҙа юҡ.
Әйткәндәй, Павел Качкаев ҡалалағы сәскә газондары торошо менән бигүк ҡәнәғәт түгел, етмәһә, Өфө райондары ағас ултыртыу планын үтәүҙә лә ҡармарлылыҡтар кисерә, бары тик планға ҡарата 10-20 процент ҡына үҫенте ултыртылған. Алдағы ике аҙнала эште атҡарып сыҡмаһалар, артабан ағас тамыр нығыта алмаясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға