«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Соя үҙебеҙҙә буласаҡ



11.05.2011 Соя үҙебеҙҙә буласаҡ

Башҡортостан аграрийҙары эксперимент үткәреп ҡарарға булған - улар, традицион культуралар менән бер рәттән, яңы үҫемлектәр үҫтереп ҡарарға йыйына. Хәҙер республиканың 6 мең гектарҙан артыҡ майҙанында етен, 605 гектар баҫыуҙа шипкән сәселәсәк. Бынан тыш, 4200 гектар баҫыу сояға, ә 15 гектар горчицаға бүленгән.
Үткән йылдағы ҡоролоҡ беҙҙең ауыл эшсәндәрен эҫе ҡояшҡа ҡаршы торорлоҡ культураларға иғтибарҙы күберәк бүлергә өйрәтте. Шуға ла быйыл көнбағыш, судан үләне, кукуруза, һоло күберәк ултыртыла.
Дөйөм алғанда, яҙғы сәсеү эштәре Башҡортостанда 3,3 миллион гектар майҙанда башҡаралысаҡ. Бойҙай 1,2 миллион гектарҙы, шәкәр сөгөлдөрө 65 мең гектар майҙанды биләп торасаҡ. Картуф һәм башҡа йәшелсәләр 110 мең гектар майҙанда сәселә.
Лилия СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға