«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Талпан бәләһе ҡалҡа!



10.05.2011 Талпан бәләһе ҡалҡа!

Республикала май байрамдарынан һуң талпандан зыян күреүселәр һаны 603-кә етте. Уларҙың 40,6 проценты – балалар. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, дауалау-профилактика учреждениеларына мөрәжәғәт итеүселәрҙең 28,2 процентына шунда уҡ иммуноглобулин профилактикаһы үткәрелгән. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 1 апрелдән алып, «Башҡортостан Республикаһының гигиена һәм эпидемиология үҙәге» федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы лабораторияһында 378 бөжәк тикшерелгән. 14 паразиттың (3,7%) талпан энцефалиты вирусы менән зарарланыуы асыҡланған. Әлегә вируслы талпан энцефалиты менән ауырыу осрағы теркәлмәгән..







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға