«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ишле гаилэ тракторлы булды



05.05.2011 Ишле гаилэ тракторлы булды

Учалы районында 10 балалы ғаиләгә БР Президенты Р.Хәмитов исеменән трактор тапшырылды.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов Рәсәй Президенты Указы менән 2009 йылда Рәсәйҙең «Ата-әсә даны» орденына лайыҡ булған ғаиләгә трактор тапшырҙы.
Учалы районының Амангилде ауылы хакимиәтендә эшләүсе Зилә Шиһап ҡыҙы 2001 йылда «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булыуы һәм был ишле ғаиләнең балалары өсөн элекке йыл Өфөгә сәйәхәт ойошторолоуы тураһында «Йәшлек» яҙғайны инде. Ата-әсәнең төп бәхете балаларҙа булыуын аңлаған Зилә апай менән Раил ағай ҡыҙҙарын һәм улдарын эшһөйәр, уңған итеп тәрбиәләргә, оло тормош юлына һәр яҡтан әҙерләнгән килеш сығарырға тырыша. Трактор, бер яҡтан, уларҙың тормош-көнкүреш кимәлен тағы ла яҡшыртырға мөмкинлек бирһә, кесе Лутовтар өсөн ул ауылда бик кәрәкле механизатор һөнәрен үҙләштереү өсөн дә бер форсат.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға