«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йома көнө тонировка буйынса рейдҡа Гилмитдинов Динар үҙе сыҡҡан ине



05.05.2011 Йома көнө тонировка буйынса рейдҡа Гилмитдинов Динар үҙе сыҡҡан ине

Йома, 29 апрель көнө, Өфөлә тонировка буйынса рейдҡа республикабыҙҙың ГИБДД хеҙмәте Гилмитдинов Динар үҙе сыҡҡан ине. Беҙ уны Дуҫлыҡ Монументы туҡталышы янында күрҙек. Унан башҡа Монумент туҡталышы янында 30-40 ГИБДД хеҙмәткәрҙәре һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре бар ине. ҡара тонировкаһы булған һәр машианы туҡтаттылар, әлеге закон буйынса алғы тәҙерәне тонировакалаған өсөн штраф бирелә һәм тонировканы сисәү ҡарала. Шуға күрәлә инде, был рейдты машина йөрөтөүселәр "Бик ҡаты тонировкаға ҡаршы рейд"(жесткий рейд по тонировкам) тип атанылар. Рейд ваҡытында монумент янында хәтәр генә тығын да барлыҡҡа килде.
Руслан Ғәйнетдинов







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға