«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Филармония яңылыҡтары



18.04.2011 Филармония яңылыҡтары

19 апрель Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында сәхнә ветерандары ҡатнашлығында ,,Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен…,, исемле ҙур концерт үтә. Сәнғәт кешеләре , сәхнә кешеһе булараҡ, ғүмер буйына сәхнәне һағынып йәшәйҙәр. Ошоно иҫкә алыу маҡсатында, ижад юлдарын тамамлап, хаҡлы ялға киткән беҙҙең йырсы – ветерандарыбыҙ баш ҡалабыҙҙың филармонияһында музыкаль осрашыуҙа көтәбеҙ. ҡатнашалар: Флүрә Киилдейәрова, Рәйлә Аҙнаҡаева, Фәнүнә Сиражетдинова, Ғәлиә Солтанова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Шамил Хәмәҙинуров, Роза Аҡкучукова, Лена Гәрәева, Рима Ибраһимова, Рәис Вәғизов, Мәғфирә Ғәлиева, Әлмирә Солтанова, Гөлсөм Хәбибуллина, Юнир Салауатов, Римма Дашкина, Ридик Фәсхетдинов, Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов, Азат Айытҡолов, Рәжәп Вәдүтов, Радик Хәбибуллин, Сибәғәт Яруллин, Рәшиҙә Туйсина, Ләйлә Зарипова, Әлфирә Сәфиуллина, Гүзәл Мамина, Зөлфиә ҡудашева һәм башҡа һағынып көтөп алған йырсыларыбыҙ. Халыҡ ҡына уларҙы түгел, ә улар ҙа халыҡты һағынып көтәләрҙер, тигән ышаныстабыҙ. Тамашаға рәхим итегеҙ!

***

Үҙенсәлекле моңдары, бәрхәттәй яғымлы тауыштары менән күп һанлы тамашасыларҙың күңелен әсир иткән Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев менән Лилиә Биктимерованы яратып тыңлайбыҙ. Һәр бер башҡарылған йырҙары тиҙ арала тамашасы араһында хитҡа ла әүерерлеп өлгөрә.
21 апрель Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында йыр-моң һөйөүселәргә мөхәббәтле пар «Йыр һөгәндәр ҡартаймай…» тип исемләнгән шоу-программаһын тәҡдим итә. Унда халыҡта киң таралған билдәле моңдар һәм, әлбиттә, күстәнәс булып яңы йырҙар ҙа яңғырар.
Концертта сәхнәләш дуҫтары музыкаль Фәтиховтар ғаиләһе, талантлы йәш ҡурайсы Азат Биксурин һәм моңло тауышы менән күп тамашасыны арбаған ҡыҙҙары Гөлназ ҡатнаша!
***
22 апрель филармонияның Орган залында үтәсәк «Халҡым моңо» исемле тамашаға һеҙҙе филармонияның солисткаһы Әлфиә Кәлимуллина саҡыра. Йыр-моңға бай тамашала, шулай уҡ, йырсының дуҫтары ҡатнаша: Ридик Фәсхетдинов, Радик Вәлмөхәмәтов, Зөлфиә ҡудашева, Ринат Мәжитов, Фирдус Шәрифуллин, Азат Айытҡолов, Харис Шәрипов, Гүзәл Үмәрғәлина, Илшат Ишморатов, Илүзә Ноғоманова, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов һәм башҡа билдәле йырсылар. Тамашаны Эльмира Юлдашева алып бара.

Башлана: 19 -00
Телефон: 250-77-42







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға