«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » БСТ-ның генераль директоры Гүзәл Ибраһимова эшенән бушатылған



09.04.2011 БСТ-ның генераль директоры Гүзәл Ибраһимова эшенән бушатылған

Башҡортостан спутник телекомпанияһынын генераль директоры Гүзәл Ибраһимова эшенән бушатылған.
Билдәле буйынса кисә БСТ телекомпанияһында Гүзәл ханымдың урынбаҫарҙары - ҡустыһы И. һәм ҡ. ҡатнашлығында ығы-зығы ҡупҡан ине. Официаль булмаған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, был ике урынбаҫар Ибраһимова ханымдың ҡылған эштәренә ҡаршы подпись йыйыған ваҡытта телекомпания хеҙмәткәрҙәренә ҡул күтәргәндәр, уларҙы эш урындарындағы кабинеттарына бикләп ҡуйғандар. Май айына тиклем коллектив эсендәге хәлде яҡшыртырға әмер биргән президентыбыҙҙың был хәлдәргә түҙеме етмәне, ахрыһы, бөгөн скандалдарҙан башы ашмаған Гүзәл Ибраһимованы эштән бушатырға ҡул ҡуйған. Был хәбәрҙе беҙгә ҡыуансытары күккә ашҡан телевидение хеҙмәткәрҙәре еткерҙе.

Мәҡәләне әҙерләгәндә Башпортал сайты ҡулланылды һәм Башҡорт форумы яҙмалары ҡулланылды







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға