«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балалар йорто тәрбиәселәре конкурсы үтте



14.03.2011 Балалар йорто тәрбиәселәре конкурсы үтте

Конкурста ҡатнашыусыларға өс һынау төрө аша үтергә тура килде. Беренсе турҙа улар эштәре һәм үҙҙәре менән таныштырҙы. Икенсе турҙа тест һорауҙарына яуап бирҙе һем педагогик мәсьәләне систе. Конкурстың был этабы балалар йорто уҡытыусыһының туранан-тура үҙ һөнәренең оҫтаһы булыуын асыҡларға ярҙам итте. Тест һорауҙары ла, педагогик мәсьәләләр ҙә еңелдән түгел, уларҙы тәжрибәле һәм үҙ өлкәһендә тетйешле белемгә эйә булғандар ғына лайыҡлы үтә алды. Бәйгенең өсөнсө турында бәйгеселәрҙе тағы ике һынау төрө көтә ине. Беренсеһе ораторлыҡ оҫталығы, икесеһе ижади конкурс. Конкурсанттар был этапты ла уңышлы үтте. Шулай итеп конкурс аҙағына ла яҡынлашты. Кем һуң ул иң яҡшы тәрбиәсе?
Конкурстың еңеүсеһе тип Бөрө балалар йортонан Ирина Чураева танылды. Күмертау балалар йорто логопеды Ирина Борсученко, Петровск балалар йорто психологы Гөлназ Йәғәфәрова, Салауат ҡалаһы балалар йорто тәрбиәсеһе Вәрис&Һөйөндөкова, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт республика балалар йорто тәрбиәсеһе Марат Ғилманов, Йомағужа балалар йорто психологы Зөлфиә Псәнчина конкурстың лауреаты исеменә лайыҡ булды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға