«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы



05.11.2019 Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

Хоккей буйынса КХЛ беренселегенең сираттағы турында “Салауат Юлаев” командаһы “Динамо” (Минск) клубын 9:1 иҫәбенә ҡыйратып, быйылғы миҙгелдә тәүгә дәғүәсеһен ҙур иҫәпкә отто.
Шайбаларҙы Сошников менән Кадейкин – ике, Умарк, Жарков, Арзамасцев, Кугрышев һәм Хартикайнен индерҙе. Ошо еңеүҙән һуң улар 31 мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһында дүртенсе баҫҡыста урынлашҡан.
Ҙур иҫәп тигәндән, беҙҙең юлаевсылар һуңғы тапҡыр 2017 йылда “Сочи” уйынсыларын 11:3 иҫәбенә еңеп, көйәрмәндәргә ҙур байрам өҫтәгәйне. Ә инде тарихҡа килгәндә, улар быға тиклем ун осрашыуҙа дәғүәсеһен ҙур иҫәпкә алдырҙы. 2010 й. “Салауат Юлаев” – “Металлург” (Нк.) – 8:0, 2008 й. “Себер” – “Салауат Юлаев” – 2:9, 2010 й. “Автомобилист” – “Салауат Юлаев” – 1:8, 2008 й. “Салауат Юлаев” – “Торпедо” – 7:1, 2009 й. “Северсталь” – “Салауат Юлаев” – 1:7, 2011 й. “Салауат Юлаев” – “Динамо” (Мәскәү) – 7:1, 2009 й. “Атлант” – “Салауат Юлаев” – 0:6, 2016 й. “Салауат Юлаев” – “Себер” – 6:0, 2017 й. “Салауат Юлаев” – “Нефтехимик” – 6:0.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға