«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты



03.11.2019 Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

“Трактор” командаһы КХЛ-дың сираттағы осрашыуында юғалтыу кисереп, баш тренеры Скудраны отставкаға ебәрҙе.
46 йәшлек белгес, Силәбегә быйыл килә. Уның етәкселегендә команда 10 еңеү яулап, Көнсығыш конференцияһында 11-се урынды биләй ине.
Уның урынына кесе – Владимир Юрзиновты саҡырҙы. 54 йәшлек белгес быға тиклем, йәғни былтыр “Себер” клубын шөғөлләндергәйне.
PS. Бөгөн "Салауат Юлаев" хоккейсылары Рәсәй беренселеген дауам итеп, "Динамо" (Минск) командаһын ҡабул итәсәк.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға