«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?



31.10.2019 Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Баймаҡ ҡымыҙын Кувейтҡа экспортҡа сығармаҡсылар.

Башҡортостан республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса Дәүләт комитеты етәксеһе Руслан Мирсәйәпов Кувейт эшҡыуары, доктор Салем Аль-Бьянони менән осрашыу үткәргән. Уның компанияһы башҡорт ҡымыҙына һәм бейә һөтөнә ҡыҙыҡһыныу белдергән. Экспортҡа Баймаҡта етештерелгән ҡоро ҡымыҙҙы сығарыу күҙаллана. Киләсәктә башҡорт шифаханаларына ҡумыҙ
менән дауаланыу өсөн туристик сәйәхәттәр ойоштороу ҙа планлаштырыла.
Кувейт эшҡыуары был проекттың уңышлы булырына ышана, сөнки үҙенең тыуған иленә Башҡортостандан бал сығарыу буйынса тәжрибәһе бар.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Яндекс


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға