«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған



31.10.2019 Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Дүртөйлө ҡалаһында сәстәр үрә торорлоҡ фажиғә булған.


26 йәшлек ҡатын, әсә булыу ҡыуанысынан, балаһының "тояғын" йыуырға хәл иткән.

Байрам оҙаҡҡа һуҙылған. Күпмелер ваҡыттан һуң әсә айныҡҡан һәм бәпесен ... буш шешәләр араһынан үле килеш табып алған.

Балаҡайҙың мәйете янында 16 буш һыра шешәһе һәм 4 кеҫә телефоны аунап ятҡан.

Криминалистар көсләп үлтереү эҙҙәрен тапмаған, әлеге ваҡытта судмедэкспертиза үлем сәбәбен асыҡлай.

Ҡатынға ҡарата "Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.

Сабыйға 8 ноябрҙә ни бары бер ай тулған булыр ине.


.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Вк.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға