«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең баш һөйәге ятҡан



31.10.2019 Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең баш һөйәге ятҡан

Кисә Өфө янындағы урманда кеше ҡалдыҡтары табылған. Николаевка ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта осраҡлы кешеләр кешенең баш һөйәгенә юлыҡҡан.

Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, ул 20 йыл элек һәләк булған кешенеке булырға тейеш.. Янында башҡа бер ниндәй әйбер ҙә, кейеменең, хатта кәүҙәһенең башҡа өлөштәренең ҡалдыҡтары ла булмаған. Табылған һөйәкте эскспертизаға ебәргәндәр. Бәлки, эксперттар был үлемдең сәбәбен асыҡлай алыр.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға