«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне



31.10.2019 «Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне

Кисә футбол буйынса Рәсәй кубогының 1/8 финал уйындары булып уҙҙы.
«Өфө» командаһы үҙ тарихындағы кубоктың унынсы сығышында ла уңышҡа ҡаҙана алмай, бәйгенән төшөп ҡалды. Улар Мәскәүҙә билдәле ЦСКА уйынсылары менән уйнап, һөҙөмтәлә баш судьяның төп ваҡытҡа ҡушҡан өҫтәмә ваҡытында ғына үҙ ҡапҡаһына гол үткәртеп еңелде. Ә бит өфөләр осор буйына хужалар ҡапҡаһына янап, уңышҡа өлгәшә алманы. Улар хатта ике-өс тапҡыр ҡапҡасыларына ҡаршы бергә-бер сығып, гол индерә алманылар. Ҡыҫҡаса әйткәндә, тәжрибәлек етеңкерәмәне. Ә былай улар сирекфиналға сығырға лайыҡ ине. Әрме клубы ла бәйгегә әһимиәтен бирмәй, осрашыуға икенсе состав менән тиерлек сыҡты.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға