«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә пассажирҙар автобусы әйләнгән



30.10.2019 Өфөлә пассажирҙар автобусы әйләнгән

Бөгөн көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Өфөлә пассажирҙар автобусы менән бәйле юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Билдәле булыуынса, автобустың юлын еңел автомобиль ҡыйған. Һөҙөмтәлә маршрутка әйләнгән.


Монтажниктар – Лента – Пугачев маршруты буйынса хәрәкәт итеүсе автобуста биш пассажир булған. 34 йәшлек ҡатын менән 19 йәшлек егтте дауаханаға оҙатҡандар.
Юлды ҡыйыусы “Лада Гранта” автомобилендә 33 йәшлек Өфө кешеһе булған.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Вести-Башкортостан.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға