«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәскәүҙән фатир отҡан



30.10.2019 Мәскәүҙән фатир отҡан

Башҡортостандан механик лотореяға Мәскәүҙән 1,5 млн һумлыҡ фатир отҡан.

“Торлаҡ лотореяһы”ның 357-се тиражы уның өсөн уңышлы булған.
Бындай көтөлмәгән бәхеттән үҙен күктең етенсе ҡатында итеп тойған ир әйтеүенсә, ул күптән Рәсәйҙең баш ҡалаһына күсергә хыялланған була. “Мин бик аптыраным һәм шатмын, әлбиттә. Ысынлап та, Мәскәүгә күсергә хыяллана инем, ә фатир һатып алырға аҡса юҡ. Унда мине буласаҡ кәләшем көтә. Был отош миңә хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк, беҙ бергә йәшәйәсәкбеҙ”, – ти ул.
Отошон ул аҡсалата алып, үҙе теләгән урындан фатир һатып алмаҡсы.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Яндекс


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға