«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Нуриман районында КамАз-ды урлағандар



30.10.2019 Нуриман районында КамАз-ды урлағандар

Нуриман районы Яңы Күл ауылында 24 йәшлек эскән ир КамАЗ-ды урлап ҡасҡан.

Була бит шулай, бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, нимә эшләргә белмәй урамда йөрөп ятҡанда ир йорт янында КамАЗ-ды күреп ҡала. Машинаның ишеге лә асыҡ, асҡысы ла урынында була. Эскән кеше күп уйлап тормай, ултырып сығып та китә.
40 саҡырым үтеүгә, руль артында кинәнеп кенә барған иргә рәхәтлек бөтә. Артынан сит ил машинаһында йөк машинаһының хужаһы ҡыуа сыҡҡанын күргәс, ҡасырға теләп, газға баҫа. Ҡыуышыу тимер юлдағы шлагбаумға килеп терәлгәнсе дауам итә. Эсһә лә сос булып сыға, кабинанан төшөп, йәйәү ҡаса. Ләкин алыҫ китә алмай, яҡындағы станцияла ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эләктерә үҙен.
Уны полиция бүлегенә алып баралар. Кеше машинаһын алып киткәне өсөн енәйәт эше асылған. Әйткәндәй, ул быға тиклем дә ошондай уҡ енәйәт өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Ә машина менән идара итеү өсөн хоҡуҡ биреүсе таныҡлығы юҡ.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға