«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 29 октябрь



30.10.2019 Юл фажиғәләре - 29 октябрь


Кисәге республика юлдарында 8 автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кеше һәләк булған, 7 кеше травмалар алған.

Көндөҙ Өфө ҡалаһының Азатлыҡ урамында ҡара-ҡаршы килгән ВАЗ-21099 менән "Volvo" автоцистернаһы бәрелешкән.

ВАЗ-дың 33 йәшлек водителе алған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән биргән.

Был фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлау дауам итә.

Бер тәүлек эсендә эскән килеш машина йөрөткән 34 водитель тотолған, урланған машина табылған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға