«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Панкратион - боронғо көрәш төрө



30.10.2019 Панкратион - боронғо көрәш төрө

Белорет ҡалаһының "Яугир” кѳрәшселәр клубы етәксеһе Абдулҡадир Нурғәлин - панкратион тип аталған боронғо кѳрәш тѳрҙәренең береһен алып барған физкультура һәм спорт белгесе, бокс буйынса спорт мастерына кандидат.


Күптән түгел Липецк ҡалаһында үткән панкратион буйынса Рәсәй беренселегендә Абдулҡадир Садиҡ улының тәрбиәләнеүселәре еңеү яулап, ноябрҙә Рәсәй йыйылма командаһы составында Италияла уҙасаҡ Донъя чемпионатында ҡатнашыу бәхетенә ирешкәйне.

"Яугир”сылар Эвелина Хажиева - I, Мѳхәмәтсәйет Шәрипов өс тапҡыр I урындар яулауға ѳлгәшкән. Был алтын миҙалдар Башҡортостан командаһын II урынға сығара.

Эвелина ла, Мѳхәмәтсәйет тә бѳгѳнгѳ кѳндә Белорет металлургия колледжында белем ала. Йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Башҡортостан, Волга буйы федераль округы буйынса бер нисә тапҡыр чемпион титулына эйә булған ѳмѳтлѳ спортсылар улар.

"Урал" гәзитенән ҡыҫҡартып әҙерләнде.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: "Урал" гәзите.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға